МОАУ Башкирская гимназия-интернат им.М.С.Буракаевой
Образование · 29 января 2026 г.
Ленинград блокадаһын иҫкә алып... — 29 января 2026 г. в 13:41:52.965
Ленинград блокадаһын иҫкә алып... 27 ғинуар – Рәсәйҙә хәрби дан көнө. Бөгөн М.С.Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында педагог-библиотекарь Ҡунысбаева Нурия Мөхтәр ҡыҙы бишенсе класс уҡыусылары өсөн «Ленинград блокадаһы. 900 көн ҡамауҙағы ҡаһарманлыҡ» исемле ҡаланы блокаданан тулыһынса азат итеүҙең 82 йыллығына арналған хәтер сәғәте үткәрҙе. Был көндө уҡыусылар, һыуыҡҡа, аслыҡҡа, михнәттәргә, бомбёжкаларға бирешмәй Еңеүҙе яҡынайтыусы ҡала һаҡсыларының ҡаһарманлыҡтары, батырлыҡтары, рухтарының нисек көслө булыуҙарын иҫкә алды. Уҡыусылар Ленинградта көнөнә бирелгән икмәк нормаһы тураһында, үҙҙәренең тиҫтере, ябай ҡыҙ бала Таня Савичевеның әсе яҙмышы һәм уның йән өшөткөс көндәлегендәге яҙыуҙарҙы белделәр. «Миллионлаған ҡорбандар аша беҙҙең ата — олатайҙарыбыҙ донъяны яулап алырға хыялланған фашизмды еңделәр, киләсәк быуынға тыныс тормош бүләк иттеләр. Бөгөн беҙҙең төп маҡсатыбыҙ булып Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән ҡаһарманлыҡтары тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлау тора» — тип тамамланы һүҙен китапханасы.

