МОАУ Башкирская гимназия-интернат им.М.С.Буракаевой
Образование · 13 марта 2026 г.
💫Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән III «Киләсәккә ҡараш» республика фәнни-ғәмәли конференция... — 13 марта 2026 г. в 14:35:08.981
💫Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән III «Киләсәккә ҡараш» республика фәнни-ғәмәли конференцияһы беҙҙең гимназия өсөн шатлыҡлы хәбәр алып килде. 🏆 10-сы класс уҡыусыһы Гүзәл Түлибаева республикабыҙҙың йөҙҙән ашыу үткер һәм белемле уҡыусылары араһында һынатманы — призёр исемен яуланы! 💫Быйылғы Халыҡтар берҙәмлеге һәм Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына арналған был сара юғары кимәлдә ойошторолоуы менән айырылып торҙо. 💫Гүзәлде һәм уның етәксеһе Юлиә Мирғәле ҡыҙын ихлас ҡотлайбыҙ! Тырышлыҡтарығыҙ артабан да яңы үрҙәргә этәрһен! 🚀💐🤝

