☀Гимназия янындағы ял һәм хеҙмәт лагерының эшмәкәрлеге һәр йылдағыса ҡыҙыу бара.Башл... — 10 июня 2026 г. в 17:23:52.552
☀Гимназия янындағы ял һәм хеҙмәт лагерының эшмәкәрлеге һәр йылдағыса ҡыҙыу бара.Башланғыс кластар "Йәйләү"ҙә күңелле ял итһә, унынсы кластың егет- ҡыҙҙары хеҙмәт лагерына йәлеп ителгән. Биология уҡытыусыһы Таһирова Альмира Фуат ҡыҙы етәкселегендә эшләй улар: бер нисә көн дауамында түтәлдәр эшләп, төрлө сәскәләр ултырттылар. Һәр көн һайын үҫентеләргә арымай-талмай һыу һибеү ҙә уҡыусыларға йөкмәтелгән. Уҡыусыларыбыҙ ҙур тырышлыҡ, яуаплылыҡ күрһәтеп, үҙҙәренең мәктәп территорияһын гөлләмәгә әйләндереү өсөн күңелдәрен һалып эшләйҙәр. ☀ Мәктәп янындағы төҙөкләндереү эштәренән ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалманы. Бер төркөм атайҙар ҡыуаҡтарҙы тигеҙләп тәртипкә килтерҙе, бейегәйеп киткән үләндәрҙе сапты. Шагиязданов Ғәзим, Исрафилов Юлайға үҙебеҙҙең ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Был ярҙам һәм хәстәрлек— беҙҙең өсөн бик ҡиммәтле, ғаилә һәм мәктәп берҙәмлегенең сағылышы ла ул.

