✅ 1 июнь гимназиябыҙҙа "Йәйләү" ял итеү үҙәге үҙ эшен башланы. "Йәйләү"ҙә - 3 ырыу, бөт... — 2 июня 2026 г. в 15:14:23.031
✅ 1 июнь гимназиябыҙҙа "Йәйләү" ял итеү үҙәге үҙ эшен башланы. "Йәйләү"ҙә - 3 ырыу, бөтәһе 55 бала белем туплап, һаулығын нығытып ял итәсәк. ☀ Тәүге көндө ойоштороу эштәре башҡарылды: балалар ырыуҙарға бүленде, үҙ ырыуының тарихын, оранын, ҡошон, ағасын барланы, отряд мөйөштәрен матур итеп биҙәне. ☀️Д.Юлтый исемендәге башҡорт модель китапхана хеҙмәткәре Шакирова Флүрә Абдулхай ҡыҙы "Мөғжизәле китап иле" исемле уйын программаһын тәҡдим итте. Осрашыу бик күңелле үтте һәм фәһемле булды. ☀️ Белорет районы буйынса юл хәүефһеҙлеге хеҙмәткәре инспекторы, полиция лейтенанты Әхмәтйәнова Айгөл Айрат ҡыҙы балаларға юл ҡағиҙәләрен иҫләтеп, фәһемле дәрес үткәрҙе. ☀️Ҡала паркында балаларҙы яҡлау көнөнә ойошторолған сараларҙа ҡатнашып, төрлө приздарға лайыҡ булдылар. ☀️ "Урал батыр" эпосының йөкмәткеһе буйынса Гөлназ Ғәзиз ҡыҙы үткәргән викторинала әүҙем ҡатнашып, балалар экранда тәҡдим ителгән һорауҙарға яуап бирҙе, эпостан өҙөктәр һөйләне. Бөгөнгө фәһемле, күңелле сараларҙан балалар ҡәнәғәт булып таралышты. #Йәйләү2026 #Уралбатырэпосы

