✨ Башҡорт гимназияһында үҙ эшен яратҡан, балаларҙың йөрәгенә юл таба белгән уҡытыусы... — 18 июня 2026 г. в 19:01:20.888
✨ Башҡорт гимназияһында үҙ эшен яратҡан, балаларҙың йөрәгенә юл таба белгән уҡытыусылар эшләй. Математиканы яратырға, логик фекерләргә һәм ҡыйынлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәткән остазыбыҙ — Сабитова Зилә Минулла ҡыҙы ла шундай шәхестәрҙең береһе. 1985 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағандан алып, үҙ һөнәренә тоғро ҡалған Зилә Минулла ҡыҙы, бына 41 йыл балаларға математика донъяһын аса, имтихандарға әҙерләй, уларҙа белемгә ынтылыш, яуаплылыҡ һәм намыҫлылыҡ тәрбиәләй. ✨ Сәмситдинов Денис Рәмил улы - гимназияла тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү, хәүефһеҙлек дәрестәрен заман талаптарына ярашлы алып барған алдынғы ҡарашлы уҡытыусыларҙың береһе. 2004 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. Педагогик эш стажы ла ике тиҫтә йылдан ашыу. Ул - шайморатов класы етәксеһе, ысын күңелдән эшләгән, уҡыусыларын төрлө ярыштарҙа әүҙем ҡатнашырға өндәгән оҫта педагог. Денис Рәмил улы етәкселегендә балалар күп кенә конкурстарҙа, " Шайморатов уйындары"нда еңеүҙәр яуланылар. ✨ Ошо көндәрҙә коллегаларыбыҙҙың фиҙакәр хеҙмәте юғары баһаланды. Улар Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнделәр. 💫 Зилә Минулла ҡыҙы, Денис Рәмил улы, һеҙ — беҙҙең ғорурлығыбыҙ! Һеҙҙең кеүек остаздар менән эшләү — ҙур бәхет. Эшегеҙҙә яңы уңыштар, илһам, һаулыҡ теләйбеҙ! Ҡотлайбыҙ! ❤💐🔥

