Мәктәп ашханаһы яңылыҡтары: сифатлы һәм тәмле туҡланыу — һәр балаға! — 10 июня 2026 г. в 06:21:27.167
Мәктәп ашханаһы яңылыҡтары: сифатлы һәм тәмле туҡланыу — һәр балаға! Хөрмәтле ата-әсәләр һәм уҡыусылар! Беҙҙең мәктәптә балаларҙың сәләмәтлеге һәм уңайлығы беренсе урында тора. Нәҡ ошо маҡсатта беҙ уҡыусыларҙы туҡландырыу системаһының киләһе уҡыу йылында яңы кимәлгә күсеүе — хәҙер мәктәп ашханаһы махсус аутсорсинг компанияһы (туҡланыу операторы) менән берлектә эшләйәсәге тураһында ата- әсәләр комитеты ағзаларына еткереү маҡсатында йыйылыш ойошторолдо. Был нимәне аңлата һәм ниндәй файҙа алып килә? Йәш организм өсөн кәрәкле барлыҡ витаминдар һәм файҙалы матдәләр иҫәпкә алып әҙерләнгән махсус меню ҡулланыласаҡ. Ризыҡтарҙың сифаты, таҙалығы һәр ваҡыт санитар нормаларға (СанПиН) ярашлы тикшерелеп торасаҡ. Аутсорсинг компанияһы ашхананың эш процесын заманса итергә һәм уны балалар өсөн тағы ла файҙалыраҡ урынға әйләндерергә ярҙам итәсәк. Мәктәп етәкселеге һәм ата-әсәләр комитеты һәр ваҡыттағыса ризыҡтың сифатын һәм уҡыусыларҙың фекерҙәрен даими күҙәтеү аҫтында тотасаҡ. Балаларыбыҙҙың туҡ һәм сәләмәт булыуы — беҙҙең уртаҡ маҡсат! #МәктәпТормошо #СәләмәтТуҡланыу

