Ваҡыт йылға кеүек аға... Мәктәп партаһы артынан сығып, донья серҙәрен асырға юлланғанда... — 10 июня 2026 г. в 03:01:13.768
Ваҡыт йылға кеүек аға... Мәктәп партаһы артынан сығып, донья серҙәрен асырға юлланғандарына быйыл теүәл 40 йыл тулды! "Был ғүмерҙең барлыҡ ауырлыҡтарын да, шатлыҡтарын да күреп, һәр береһе үҙ юлын тапҡан. Ирешкән уңыштарыбыҙ, ҡаҙаныштарыбыҙ бик күп. Тәүге тапҡыр ҡулға ҡәләм тотоп, А-Б хәрефтәрен өйрәнгән көндәребеҙ һаман да кисәге кеүек хәтерҙә,"- тип бала саҡ иленә сәйәхәт итеү, йәшлек йылдарын иҫкә алыу өсөн 1971 - се йылғылар Сыңғыҙ мәктәбендә ҡабаттан осраштылар! Элекке балаларса ихлас йылмайыуҙар, ҡосаҡлашыуҙар ҡабаттан шул алтын мәктәп йылдарына алып ҡайтты. Уҡытыусыларыбыҙға биргән белемдәре, тормош һабаҡтары өсөн сикһеҙ рәхмәттәрен еткерҙеләр! 🌸

