Ауылыбыҙҙа яңы арт-объект барлыҡҡа килде! 🌟 — 10 июня 2026 г. в 02:33:26.637
Ауылыбыҙҙа яңы арт-объект барлыҡҡа килде! 🌟 Ауылыбыҙҙың мәҙәни тормошонда һәм тышҡы күренешендә шатлыҡлы ваҡиға — беҙҙә яңы арт-объект барлыҡҡа килде! Ул ауылдың ҡото булып, урамдарыбыҙға айырым йәм һәм заманса төҫ өҫтәйәсәк. Был проекттың авторы Илнур Усманов.Уны тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан, үҙ өлөшөн индергән ауылдаштарыбыҙҙың һәр береһенә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Йәшәгән еребеҙҙең матурлығына һоҡланырға, яңы урында фотоға төшөргә ашығығыҙ!

