Еңеү көнө алдынан «Рәсәй Спорты» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Арсен а...
Еңеү көнө алдынан «Рәсәй Спорты» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Арсен ауылында бик яҡшы спорт сараһы үтте. Бөгөн бында традицион еңел атлетика буйынса «Еңеү кроссы» уҙғарылды. Байрам атмосфераһын тынлы оркестр булдырҙы. 9 Майға арналған ярыштарҙа иң йәш ҡатнашыусыға – 11, ә иң тәжрибәлеһенә 65 йәш тулған ине. Ғөмүмән, стартҡа 150-нән ашыу кеше сыҡты. Һөҙөмтәлә, төрлө оҙонлоҡтағы дистанцияларҙы тәүге уҙыусылар миҙалдар һәм кубоктар менән бүләкләнде. Беҙҙең Муйнаҡ мәктәбе лә ситтә ҡалманы. Сырлыбаева Гүзәл үҙ категорияһында йүгереп 2 се урынды алһа, 3 синыф уҡыусыһы Йән ғәлина Гөлнәзирә 5 синыфтар менән ярышып беренселекте алды. Афарин ҡыҙҙар! Әйткәндәй, кросс үткәреү урыны йыл һайын үҙгәреп тора .