Бөйөк Еңеүгә-81 йыл
Бөйөк Еңеүгә-81 йыл Үрге Муйнаҡ мәктәбендә “ Еңеү яҙы килә тыуған илгә”тип исемләнгән сара уҙҙы. Был сараға Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы яугиры, пулеметсы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры Ғәйнизаров Зәбих Әхмәҙи улының ҡыҙы Ләлә Зәбих ҡыҙын һәм уның тормош иптәше Марат Нәбиулла улы Мозафаровтарҙы осрашыуға саҡырҙыҡ. Ләлә Зәбих ҡыҙы атаһы тураһындағы хәтирәләр менән бүлеште. Мозафаровтар үҙҙәренең Алыҫ-Көнсығыштағы хәрби хеҙмәте, туғанлыҡ һәм үҙ-ара мөнәсәбәттәр тураһында үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты. Улар тыныслыҡты, Тыуған илгә һөйөүҙе һаҡлауҙың һәм уны лайыҡлы яҡлаусы булырға әҙер булыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Хаҡлы ялҡа сыҡҡас ,әлеге көндәге шөғөлдәре һәм яулаған уңыштары менән таныштырҙы. Уҡыусылар ҡыҙыҡһынып тыңланы, һорауҙар бирҙе, шиғырҙар уҡыны һәм патриотик йыр башҡарҙы. Осрашыу йылы һәм дуҫтарса атмосферала үтте, ҡатнашыусыларҙың барыһында ла сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бындай осрашыуҙар уҡыусылар араһында илһөйәрлек тәрбиәләүгә булышлыҡ итә, тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалырға һәм уны яңы быуынға тапшырырға ярҙам итә.