✏ШАҒИР ҺҮҘЕ — 13 июня 2026 г. в 04:06:33.657
✏ШАҒИР ҺҮҘЕ РӘМИ ҒАРИПОВ Ни ғәләмәт шашып йәшәйем мин, Көнөм – эштә, эштә – төндәрем. Йоҡо мине бик үҙһенеп етмәй, Таштан ҡаты, ятһа мендәрем. Ғүмер ҡыҫҡа!.. донъя шундай матур, Артҡан һайын арта ҡәҙере. Барыһын да биреп ҡалыр кәрәк, Алмаҫ элек мине ҡәберем. Тоям инде: ул көн килеп етер, Үтмәйенсә бушҡа ғүмерең: Һөйһәң, һөй һин үкенмәҫлек итеп, Эшләһәң һин эшлә емереп! Күр дуҫыңдың бергә ҡыуанғанын, Дошмандың йәне туңғанын. Һәр сәскәлә һинең күҙең ҡалһын, Һәр бер ҡошсоҡ булһын туғаның.