✏ШАҒИР ҺҮҘЕ — 26 сентября 2026 г. в 06:35:17.875
✏ШАҒИР ҺҮҘЕ Кәтибә КИНЙӘБУЛАТОВА 🍁Килеп етте тағы көҙ көнө, Ябай түгел - көҙҙөң алтыны. Саған ағастары ғәжәйеп: Яна ялҡын төҫлө талпынып. Тәңкә-тәңкә япраҡ ҡойола Талғын ғына йомшаҡ елдә лә, Көҙ һаман көҙ ул, күрәһең, Япраҡ төшә сыуаҡ көндә лә. Ошо ваҡыт бөтә япраҡтар Шыбырланы минең ҡолаҡҡа: Османыҡ бит бына йыраҡҡа, Түшәлдек бит тыуған тупраҡҡа.