📝ШАҒИР ҺҮҘЕ — 7 июня 2026 г. в 04:22:58
📝ШАҒИР ҺҮҘЕ Назар Нәжми 🌱БӨТНӨК Яландарҙа, сағылдарҙа, Күҙҙәргә лә сағылмайса, Ябай үлән— бөтнөк үҫә Бер нәмәгә ялынмайса. Ел ҡағылһа, мал ҡағылһа, Әгәр тапап үтһә кеше, Уның һайын, хуш еҫ бөркөп, Аңҡып китә бөтнөк еҫе. ...Ҡағылһын! Үтһен ҡағылып Йырҙарыма заман еле. Ҡағылған һайын улар ҙа Бөтнөк кеүек булһа ине. 1973 #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир
936 просмотров