🕌"Мөфтөй менән бер сәғәт". Ниндәй мәсьәләләр ҡаралды? — 16 июня 2026 г. в 13:07:28.740
🕌"Мөфтөй менән бер сәғәт". Ниндәй мәсьәләләр ҡаралды? – Күҙ алдына килтерегеҙ: ауылда мәҙәниәт йорто, мәктәп бар, әммә уларҙа бушлай эшләргә тәҡдим итәләр, ти. Был шартҡа риза булып, кем барыр ине икән? Берәү ҙә бармаясаҡ. Ә беҙҙең мәсеттәрҙә имамдар хаҡ алмай хеҙмәт күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта улар, ғәҙәттә, барыһы өсөн дә “ғәйепле”. Мәҫәлән, зыярат муниципалитеттың яуаплылығында булһа ла, проблемалары имамға килеп төртөлә. “Ниңә зыярат төҙөкләндерелмәй?” – тип тап уға дәғүә белдерәләр. Кемдер эскелеккә бирелһә лә, имам “ғәйепле”. Йәнәһе, ул тейешенсә эшләп еткермәгән. Хатта ҡылған доғаһының үтәлмәүендә лә имамды ғәйепләүселәр табыла. Мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлиндең һөйләгәндәрен сайтта уҡығыҙ: https://kurultai.ru/ba/content/4575-odin-chas-s-muftiem/ #ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #иман #Ислам