♦️Милли батырыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә — 16 июня 2026 г. в 06:30:22.271
♦️Милли батырыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә Бөгөн халҡыбыҙҙың бөйөк улы, милли батырыбыҙ, яугир, шағир Салауат Юлаевтың тыуыуына 272 йыл. Ошо уңайҙан бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында "Салауат Юлаев" операһы була. Композиторы - арҙаҡлы Заһир Исмәғилев. Әҫәрҙе ул Мәскәү консерваторияһында диплом эше булараҡ яҙған. Бөгөн сәхнәлә партияларҙы Иҙел Аралбаев, Лилиә Халиҡова, Артур Ҡәйепҡолов, Светлана Арғынбаева, Йәмил Әбделмәнов һәм башҡа сәхнә оҫталары башҡара. Дирижер - Фәрит Иҙрисов. 19.00 сәғәттә башлана. Билеттар: bashopera.ru/repertoire... #ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #СалаватЮлаев #Культура #История