💥Рәсәй халыҡтары телдәре көнө менән! — 8 сентября 2026 г. в 04:36:10.759
💥Рәсәй халыҡтары телдәре көнө менән! Төрлө милләтле һәм конфессиялы илебеҙҙә быуаттар дауамында халыҡтар бер-береһе менән татыу, дуҫ йәшәй. Уларҙың һәр ҡайһыһының рухи ҡиммәттәренә, туған теленә, мәҙәниәтенә, тарихына, диненә, йолаларына иғтибар ҙур булыуы - берҙәмлектең төп нигеҙе. Ошо хаҡ юлға ҡеүәт өҫтәп, уны тағы ла көсәйтеп, былтыр, 2025 йылда, дәүләт башлығы Владимир Путин 8 сентябрҙе Рәсәй халыҡтары телдәре көнө тип иғлан итте. Был дата - күп быуатлыҡ лингвистик һәм мәҙәни байлығыбыҙҙы таныу, уны һаҡлау, киләсәк быүындарға тапшырыу мөһимлеген даими хәтергә төшөрөп тороу өсөн киң мөмкинлек. Һәр халыҡтың үҙенсәлекле мираҫын - туған телен - ошо рәүешле дәүләт кимәлендә хәстәрләү - рухиәтебеҙҙе нығытыуға, бер-береһе менән татыу, берҙәм, лайыҡлы быуын үҫтереүгә тура юл. Рәсәй халыҡтары телдәре көнө менән, ҡәҙерле ватандаштар! Туған телебеҙҙе бергәләп һаҡлайыҡ, үҫтерәйек, яратайыҡ, баһаһын күтәрәйек, уны донъя кимәлендә киңерәк танытыуға һәр беребеҙ үҙ өлөшөн индерергә тырышайыҡ! #ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #РәсәйХалыҡтарыТелдәреКөнө #ДеньРодныхЯзыковНародовРФ