✏️ ШАҒИР ҺҮҘЕ — 7 сентября 2026 г. в 04:48:37.154
✏️ ШАҒИР ҺҮҘЕ Гүзәл СИТДИҠОВА Күлдәктәре йәйҙең туҙҙы инде, Ҡойолдо ла инде уҡаһы. Ә мин һаман, ялғап-ҡорап булһын, Йәйҙәремде килә тотаһым. Һүрәнәйә барған ҡояшының Һәр нур-уғын һалам ҡыныма, Башланышта ғына йәй күңелдә Һыйынһа ла көҙҙәр һыныма. Сыуаҡлаған булып көҙ ҡыҫҡартам, Үпкәләрем әммә юҡ йәйгә: Йәне - йәндән, тәне - тәндән алмам Ерегеп тә ергә түл йәйгән. Көҙгө һыуҙа йөҙҙәремде һырлап Үрмәкселәр үрә үәл-ауын, Аһ, йәйҙәрҙең күлдәктәре туҙҙы, Тоторға тип һонған ҡул еленән Осоп китә япраҡ-ямауы.