🌐"Ғәлиә" мәҙрәсәһе асылды! — 17 сентября 2026 г. в 12:07:48.896
🌐"Ғәлиә" мәҙрәсәһе асылды! Өфөлә 1998 йылда асылған “Ғәлиә” мәҙрәсәһе М. Солтанова исемендәге Ислам колледжы менән бер ҡыйыҡ аҫтында, “өйҙәш” рәүешендә эшмәкәрлек алып бара ине. Шәкерттәрҙең йылдан-йыл арта барыуы, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә дүрт йыллыҡ уҡыу ойошторолоуы яңы бинаға ихтыяжды көсәйтте. – Был мәсьәлә республика Башлығы Радий Хәбировтың иғтибар үҙәгендә булды. Әлеге бинаны тап ул тәҡдим итте, – тине “Ғәлиә” мәҙрәсәһен асыу тантанаһындағы сығышында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин. – Бина беҙгә тапшырылғас, мөфтиәт, уҡыу йорто вәкилдәре, дин ҡәрҙәштәребеҙ, бағыусылар бергәләп ремонт эштәрен атҡарып сыҡтыҡ. Әл-хәмдү лил-ләһ, йыл ярым эсендә мәҙрәсә сафҡа инде. Тулыһынса сайтта уҡығыҙ: https://kurultai.ru/ba/content/4613-otkrylas-medrese-galiya/ #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #иман #Башҡортостан #Ислам