✏️ҺҮҘ - ҠӘЛӘМ ТИБРӘТЕҮСЕЛӘРГӘ — 18 сентября 2026 г. в 06:46:37.139
✏️ҺҮҘ - ҠӘЛӘМ ТИБРӘТЕҮСЕЛӘРГӘ Әғзәм ӘМИНЕВ Хәтеремдә ауылымдың Киске тын алыштары, Яланда йөрөгән аттарҙың Ҡыңғырау тауыштары. Ул саҡта һәр кем атына Ҡыңғырау таҡты кисен, Иртән яландарҙан уны Тиҙ эҙләп табыу өсөн. Һәр ҡыңғырау үҙ тауышлы, Үҙ сыңлы була ине. Ҡайһы аттың ҡайҙа икәне Сыңғырлап тора ине. Сың-сың-сың итә яландар, Ағиҙел үҙәндәре. Йөрөй ине унда аттарҙың Уңғаны, үшәндәре. Мин дә шунда бер тай кеүек Эй елдем, елдем, елдем! Тайға ҡыңғырау таҡмайҙар - Мин ҡыңғырауһыҙ инем. Булғанда көс шул булды эш: Бар йөктө һөйрәү тартыу, Хәҙер инде бер ҡарт ат кеүек Тын ғына йөрөп ятыу. Ҡарт атҡа ҡыңғырауҙы Таҡһаң ни, таҡмаһаң ни. Уны яландарҙан эҙләп Тапһаң ни, тапмаһаң ни. Бик һағындыра ауылдың Киске тын алыштары. Тай кеүек елгән саҡтарым... Ҡыңғырау тауыштары... Фотоһүрәт: Әлфиә Хамматова