❤️Милли мәҙәниәт мөмкинлектәре сикһеҙ — 11 сентября 2026 г. в 12:43:52.378
❤️Милли мәҙәниәт мөмкинлектәре сикһеҙ Бөгөн Өфөлә "Атайсал – Ватан көсө" V юбилей форумы үтте, уның сиктәрендә бөгөн билдәләнеүсе Милли кейем көнөнә арналған, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" проекты, "Һылыуҡай" моделдәр агентлығы һәм башҡорт кейеме дизайнерҙары ярҙамында ойошторолған заман кейемдәре күргәҙмәһе үтте. Сарала башҡорт традицион костюмдарын, аксессуарҙарын тегеү оҫтаһы, башҡорт милли кейемен реконструкциялаусы Гөлсөм Хөсәйенованың, "Сәрби" ательеһы етәксеһе, Евразия этнодизайнерҙар ассоциацияһы ағзаһы Сәимә Хәсәнованың, "Ай-бренд" брендына нигеҙ һалыусы Артур Исҡужиндың, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың, Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматоваларҙың “Минзифа” коллекциялары тәҡдим ителде. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Ул форум ҡунаҡтарын Милли кейем көнө менән ҡотланы һәм этносара үҙенсәлектәрен билдәләне. Тулыраҡ: https://vk.ru/wall-109622739_104130