✅8 сентябрҙә, Халыҡ-ара журналистарҙың теләктәшлек көнөндә, республикабыҙҙың матбуғат һ... — 9 сентября 2026 г. в 12:19:14.349
✅8 сентябрҙә, Халыҡ-ара журналистарҙың теләктәшлек көнөндә, республикабыҙҙың матбуғат һәм телевидение хеҙмәткәрҙәре берҙәмлеген эштә күрһәтте: “Юлдаш”, “Ашҡаҙар”, “Спутник” радиолары, “Башҡортостан” юлдаш телеканалы, шулай уҡ гәзит-журнал редакциялары хәбәрселәре берләшеп, алғы һыҙыҡтағы яугирҙар өсөн сәк-сәк бешереү буйынса ҙур өмә уҙғарҙы. Уны "Журналист-ирекмәндәр" төркөмө ойошторҙо. ✅Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ҡатнашты һәм сараның фекерҙәштәрҙе, рухташтарҙы берләштереү йәһәтенән мөһим сара булыуы билдәләне. “Матур йолаға әйләнгән өмә татыулыҡты һәм илһөйәрлекте асыҡ күрһәтте. Егеттәребеҙгә тыуған яҡ күстәнәсе барып етһен тип, һәр кем күңел йылыһын һалды. Изге эстафета дауам итә. Беҙҙең акцияны Асҡын районы һәм Стәрлетамаҡ гәзите хәбәрселәре күтәреп алды. ✅Әҙерләнгән сәк-сәк "Халыҡ фронты"на тапшырыласаҡ. Әле ойошма "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы яугирҙары өсөн гуманитар ярҙам туплай”, - тип яҙа Журналист-ирекмәндәр йәмәғәт ойошмаһы ағзалары. #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #ВКБ #ЭльвираАиткулова #журналистирекмәндәр