💥Ҡурайға дан йырлап — 25 сентября 2026 г. в 11:12:06.774
💥Ҡурайға дан йырлап 7 октябрҙә "Атайсал" мәҙәниәт үҙәгендә Ҡурай көнөнә һәм Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция була. Программала пленар сессия, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге музей күргәҙмәләре, башҡорт музыка ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Һуңынан Башҡортостан Ҡурайсылар союзының яңы ағзаларына танытмалар тапшырыласаҡ. #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайбашкир #ҡурай #башкиры #Башҡортостан