✅Ҡәҙим Аралбайҙың 85 йәшлек юбилейы уңайынан 29 сентябрь Башҡорт дәүләт филармонияһында... — 23 сентября 2026 г. в 10:30:42.634
✅Ҡәҙим Аралбайҙың 85 йәшлек юбилейы уңайынан 29 сентябрь Башҡорт дәүләт филармонияһында ижад кисәһе үтәсәк. Башҡортостандың халыҡ шағиры, йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим ағай беҙҙең ойошманың эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡан шәхес. Ул 2002—2008 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәйес урынбаҫары вазифаһын башҡарған. Халҡыбыҙҙың, республикабыҙҙың ижтимағи-мәҙәни, рухи тормошонда һәр саҡ янып йәшәгән абруйлы шәхестең күркәм ғүмер сараһынан ситтә ҡалмағыҙ! Инеү ирекле.