✅Башҡорт телендә тауыш бирегеҙ! — 18 сентября 2026 г. в 07:19:15.166
✅Башҡорт телендә тауыш бирегеҙ! Бөгөн иртән Башҡортостандың һайлау участкалары үҙ ишектәрен асты. Гражданлыҡ бурысын тәүгеләрҙән булып үтәүселәр араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайы депутаты Юлдаш Йосопов та бар. Тауыш биргәндән һуң, ул түбәндәге фекерен белдерҙе: – Һайлау көндәре республикабыҙҙың күп милләтле халҡы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки ошо осорҙа киләсәгебеҙҙе һайлайбыҙ һәм һәр бер гражданин үҙ иңендә ғаиләһе, ауылы, ҡалаһы, республикаһы, иле өсөн яуаплылыҡ тойорға тейеш. Ватандаштарыбыҙҙы, барлыҡ көндәлек мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, үҙенең гражданлыҡ хоҡуғын үтәргә саҡырам. Мин бөгөн иртән 3535-се һайлау участкаһына килеп, башҡорт телендәге бланкта тауыш бирҙем һәм барлыҡ милләттәштәребеҙгә башҡорт телендәге бюллетендарҙы ҡулланырға тәҡдим итәм – был беҙҙең хоҡуғыбыҙ, - тине Юлдаш Мөхәммәт улы.