🌸🌿 Байрамда көтөп ҡалабыҙ!
🌸🌿 Байрамда көтөп ҡалабыҙ! Йыл һайын октябрҙең беренсе көнөндә Рәсәйҙә изге байрам – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө билдәләнә. 📅 Байрам уңайынан 1 октябрҙә Ишембай мәҙәниәт һарайында файҙалы һәм ҡыҙыҡлы мәҙәни программалар планлаштырылған. 11.00 сәғәттә мәҙәниәт һарайы фойеһында төрлө социаль хеҙмәттәр вәкилдәре эшләй башлаясаҡ. Ошонда уҡ «Торатау» һәм «Восход» гәзиттәренә яҙылыу мөмкинлеге буласаҡ. 12.00 сәғәттә тамашасылар залында ижади коллективтар сығыш яһаясаҡ. Инеү ирекле. 6+