«Беҙҙең гражданлыҡ бурысыбыҙ һәм яуаплылыҡ»
«Беҙҙең гражданлыҡ бурысыбыҙ һәм яуаплылыҡ» Һайлау участкаларының береһендә Ишембай районы Советы етәксеһе Галина Баканова тауыш бирҙе. Һайлауға ул ейәнсәре менән килгәйне. - Һайлауҙа ҡатнашыу минең өсөн - гражданлыҡ бурысым һәм яуаплылыҡ. Бер ҡасан да был сарала ҡатнашмайынса ситтә ҡалғаным юҡ. Бәләкәйҙән үк граждандар һайлауының ҡәҙерен аңларға өйрәнһен өсөн, үҙем менән ейәнсәремде лә алдым. Уға һайлау процесының нисек барғанын күрһәтәм, был сараның ил тормошо менән нисек бәйле булыуын аңлатам, - тип уртаҡлашты Галина Баканова. Шулай итеп, һайлауҙарҙа ҡатнашыу төшөнсәһе быуындан-быуынға тапшырыла килә. Ҡыҙыҡай бәләкәй булһа ла, бындай һабаҡ эҙһеҙ үтмәй - ул яуаплы гражданды тәрбиәләй. Айһылыу Вахитова. #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #БашкортостанВыбирай2026