✅ Мәҙәни һәм тарихи мираҫ һағында
✅ Мәҙәни һәм тарихи мираҫ һағында Яҡташыбыҙ – «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар студияһы хәбәрсеһе, билдәле тележурналист Ғәлимйән Зиннур улы Ибәтуллин Башҡортостан тарихына, мәҙәниәтенә һәм тәбиғәтенә арналған тапшырыуҙар циклы өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителде. Бөгөн башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте һәм теле һағында тороусы талантлы журналист Ғәлимйән Ибәтуллин мәшһүр тел ғалимы, яҙыусы Жәлил Кейекбаев, билдәле композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәрйәм Солтанова, филология фәндәре кандидаттары Гөлфирә Абдуллина, Рита Фәтҡуллина, Күмертау яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, педагог Рима Арыҫланова кеүек шәхестәрҙе биргән данлы Маҡар мәктәбен тамамлаған. Уның туған телгә, халыҡ мәҙәниәтенә һәм тарихына бала саҡтан килгән һөйөүе донъяға үҙ ҡарашын булдыра, фекер ҡеүәһен үҫтерә, күңел байлығын туплай. Мәктәп йылдарында уҡ башҡорт матбуғаты, телевидение һәм радио журналистарының ижады менән ҡыҙыҡһыныуы һәр эште аналитик аҡыл менән башҡарыуға этәргес була. Сайтта: https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-09-17/m-ni-m-tarihi-mira-a-ynda-4814091