😊👍 Һайран ауыл мәҙәниәт йортонда Республика һәм Ауыл хужалығы көнөнә арналған көҙгө й...
😊👍 Һайран ауыл мәҙәниәт йортонда Республика һәм Ауыл хужалығы көнөнә арналған көҙгө йәрминкә гөрләп үтте. Ниндәй генә һый-ризыҡ юҡ ине беҙҙең өҫтәлдәрҙә – бәлеш, ҡоймаҡ, йәшелсә-емеш, һөт, ҡаймаҡ, ҡорот һәм беҙҙең яҡтың иң яратҡан ризығы - бәрәңге билмәне! Һәр кем күңеленә оҡшаған тауарҙы һатып ала алды. Һатырға теләүселәр – һатып, алырға теләүселәр алып ҡыуанды. 😉 Һәр ваҡыт йәрминкәләр шулай гөрләп үтһен, уңыштар мул булһын! Зөлфиә Ғәзизова.