🙌 Һөйөнсө!
🙌 Һөйөнсө! Уразбай ауылынан Ғафаров Линир Винер улы намыҫ менән хәрби хеҙмәтен үтәп, тыуған яғына ҡайтты! Өфө тимер юлы вокзалында уны туғандары ҡаршы алды. Әйткәндәй, Линирҙың бер туған ағаһы Илназ яңыраҡ әрмегә юлланған. Уны ла ошолай шатланып ҡаршыларға яҙһын 🙏 Шундай аҫыл улдар үҫтергән егеттәрҙең әсәһе - Гөлназ Нурислам ҡыҙы ауылдың иң тырыш ирекмәндәренең береһе. Яугирҙарыбыҙ өсөн ул бауырһаҡ бешерә, маскировкалау селтәрҙәре үрешә. Динә Ниғмәтуллина видеоһы.