✅ Таҙалыҡ үҙебеҙҙән башлана
✅ Таҙалыҡ үҙебеҙҙән башлана 📅 Ошо шаршамбы муниципаль район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин «Эко-Сити» яуаплығы сикләнгән йәмғиәте полигоны етәкселеге менән эшлекле осрашыу ойошторҙо. Сарала район етәкселеген һәм халҡын борсоған һорауҙар тикшерелде. Төп мәсьәләләрҙең береһе – Ҡарайған ауылы аша үткән Ишембай – Стәрлетамаҡ трассаһы. Был иң киҫкен торған проблема: юл ситтәрендә йыш сүп-сар тороп ҡала. Ошо хәл райондың йөҙөн дә боҙа. - Коллегалар менән бергә төбәк операторы һәм полигон етәкселегенән машиналарҙың техник торошон һәм сүп-сарҙы ташыуҙы көслө контролгә алыуҙарын һораныҡ, - тип белдерҙе Рәмил Миңлеәхмәт улы. – Шулай уҡ сүп-сарҙы район территорияһынан, бигерәк тә проблемалы нөктәләрҙән, ваҡытында алып сығыу кәрәклеген еткерҙек. Полигонды рекультивациялау мәсьәләһен дә контролдә тотабыҙ. Үҫемлектәр сүп-сары – шулай уҡ актуаль проблема. Был бигерәк тә яҙлы-көҙлө баҡса эштәре осоронда үҙен белдерә. Шуға күрә муниципаль район етәкселеге үҫемлектәр ҡалдыҡтарын ҡабул итеү һәм утилизациялау механизмы тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Ике яҡлы осрашыу һөҙөмтәле үтте, муниципаль район хакимиәте етәкселеге төбәк операторы һәм полигон хеҙмәткәрҙәре менән уңышлы хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Айһылыу ВАХИТОВА.