💯 Урал аръяғы егеттәре һәм ҡыҙҙары өсөн яҡшы яңылыҡ. — 14 июля 2026 г. в 12:00:21.013
💯 Урал аръяғы егеттәре һәм ҡыҙҙары өсөн яҡшы яңылыҡ. 👳Бер йыл элек Башҡортостан Хөкүмәте ҡушыуы буйынса Башҡортостан дәүләт медицина университеты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалы һәм Сибай медицина колледжы менән берлектә, табиптар әҙерләү программаһын ғәмәлгә ашыра. 📌 Беренсе һөҙөмтә бар – ете студент Сибайҙа беренсе курсты уңышлы тамамланы. Башланғыс бик дөрөҫ. Баймаҡ районынан һәм яҡын-тирәләге райондарҙан балалар тыуған йорттарына яҡында медицинаға юл алды. Студенттар дөйөм белем биреү нигеҙҙәрен Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалында, ә профилле дисциплиналарын медицина колледжында өйрәнә. Сығымдар кәмерәк, күсенеүе еңел еңел, ышаныслы башланғыс. Артабан икенсе курс студенттары Өфөлә, БДМУ-ла һәм Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында уҡыуын дауам итәсәк. 📍 Кампус үҙенең биләмә сиктәрен киңәйтә һәм баш ҡалала ғына түгел, республиканың алыҫ райондары өсөн дә эшләй башлай. – Башҡортостанға табиптар кәрәк. Һәм беҙ төбәктең төрлө мөйөштәренән һәләтле балалар медицина уларҙың юлы икәнен күрһен, ә республика ярҙам итһен өсөн ошондай ҡарарҙар эҙләйәсәкбеҙ, – тип белдерҙе республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Автор: Р. Мусина. Фотолар сығанағы: Өфө фән һәм технологиялар университеты.

