📍Бензин менән хәл тағы киҫкенләшә — 14 июля 2026 г. в 12:01:45.161
📍Бензин менән хәл тағы киҫкенләшә Башҡортостанда йәнә яғыулыҡҡа бәйле хәл киҫкенләште. Барыһы ла тотороҡланып килә тип йөрөгәндә, тағы ла яғыулыҡ ҡойоу станцияларына сират теҙелде, ябыҡ һәм эшләмәгән АЗС-тар күбәйҙе. 🛑Ошо айҡанлы Башҡортостан юлдаш телеканалында Республикаға идара итеү үҙәге ойошторған тура эфирҙағы брифингтар дауам итә. Бөгөн унда республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Олег Тыщенко менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова ҡатнашты. 🔷Билдәле булыуынса, бөгөн Салауат ҡалаһы заводтарына дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм итте. Хеҙмәттәр уны ваҡытында кире ҡаҡты, һөҙөмтәлә БПЛА емереклектәре төшкән урындарҙа төтәгән усаҡтар булды. Оператив хеҙмәттәр эҙемтәләрҙе бөтөрөүгә тотондо. 🛑Олег Тыщенкоға бирелгән тәүге һорау ошоға бәйле булды – был Башҡортостандың яғыулыҡ хәленә йоғонто яһамаҫмы? Яуаптарҙы уҡығыҙ: https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2026-07-14/benzin-men-n-h-l-ta-y-ki-kenl-sh-4751519

