✔️Уҡытыусыларға уҡыусыларҙы дәрестән ҡыуып сығарыуҙы тыялар.
✔️Уҡытыусыларға уҡыусыларҙы дәрестән ҡыуып сығарыуҙы тыялар. Хәҙер насар тәртибе өсөн баланы дәрестән сығарып ебәреү тыйыла. Уның урынына уҡыусыны махсус белгескә йүнәлтергә мөмкин. Шулай уҡ уҡытыусы баланың ата-әсәһе менән бәйләнешкә сыға ала. Тейешле ҡарарҙы РФ Мәғариф министры әҙерләгән. Ул 1 сентябрҙән үҙ көсөнә инәсәк.