#Хужабикәгә🥒🍅🥬🌶️🥦 — 16 июля 2026 г. в 05:27:25.912
#Хужабикәгә🥒🍅🥬🌶️🥦 Тоҙло ҡыяр тәмле булһын, ҡытырлап ҡына торһон өсөн: ✅Йодланған тоҙ ҡулланмағыҙ. Уның менән ҡыярҙар йомшаҡ буласаҡ, әсе тәмәйтәсәк. Эре тоҙ ҡулланыу хәйерле. ✅Крандан аҡҡан хлорлы һыу ҙа ҡыярҙың тәмен боҙасаҡ. Шишмә һыуы йәки фильтр аша үткән һыу ҡулланығыҙ. ✅Уксус етерлек кимәлдә булмаһа, банкалар атасаҡ. 1,5 литр һыуға яҡынса 100 мл уксус һеркәһе (9%) кәрәк. Уксусты ҡайнатмаҫҡа, иң һуңынан өҫтәргә. ✅Шәкәрҙе күп һалмағыҙ. Ҡыярҙың ҡытырлап тороу сифаты юғаласаҡ. Шулай уҡ һарымһаҡты күп һалыу ҙа ҡыярҙың әсеүенә булышлыҡ итә. ✅Һыуҙы банканың ауыҙына еткәнсе тултырып ҡойорға кәрәк.

