Перейти к содержимому
Максиметер

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында ғәҙәттән т...

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефһеҙлеге һаҡлана. Бындай осраҡтарҙа кешенең иғтибарһыҙлығы бәләгә килтереүе ихтимал. Ҡоро үлән, көслө ел һәм эҫе һауа торошо - былар барыһы ла уттың тиҙ таралыуына һәм һанаулы ваҡыт арауығында ҙур биләмәне ялмап алыуына килтерергә мөмкин. 📛 Ҡәтғи рәүештә: ▪️ урманда һәм урманға яҡын ерҙәрҙә усаҡ яғыу; ▪️ кипкән үләнде, сүп-сарҙы яндырыу; ▪️ асыҡ ут менән бәйле эштәр башҡарыу; ▪️тәмәке төпсөктәрен, шырпыны йәки башҡа ут сығанаҡтарын һүндерелмәгән килеш һелтәп китеү тыйыла! 🌲 Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: янғынды һүндереүгә ҡарағанда уны иҫкәртеү яҡшыраҡ. Барыбыҙҙың да иғтибарлылығы урманды, йортто һәм ғүмерҙе ҡотҡарып алып ҡала ала. 📞 Әгәр ут сығыу осрағына тап булһағыҙ, тиҙ арала 112 һандары буйынса шылтыратығыҙ!

617 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

1 379 подписчиков · Новости

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Новости»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.