🔥Башҡортостан стенды Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы ҡатнашыусыларын таң ҡалдыра — 4 июня 2026 г. в 16:10:07.560
🔥Башҡортостан стенды Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы ҡатнашыусыларын таң ҡалдыра Республика трансформер-киңлек рәүешендә яһалған стенд тәҡдим итә. Экспозицияла Шәжәрә ағасы урын алған. Ул яһалма зиһен нигеҙендә булдырылған. Ағас ҡунаҡтарҙың бөтә һорауҙарына яуап бирә, Башҡортостандың инвестиция ҡеүәте, үҙенсәлектәре тураһында һөйләй. Стенд Өфөләге вуз-ара кампус, Рәсәй-белорусс инвестиция кластеры, Үзбәкстан менән уртаҡ проект иҫәпләнгән “Бекабад” технопаркы һәм башҡа проекттар менән таныштыра. Башҡортостан ҡунаҡтар өсөн мәҙәни программа ла әҙерләгән. Петербург иҡтисад форумы 6 июнгә тиклем дауам итә. Унда көнүҙәк мәсьәләләр ҡарала. 5 июндә Рәсәй президенты Владимир Путин ҡатнашлығында пленар ултырыш үтә.

