🎖️Республика йәмәғәтселеге яугир Тимерйән Рәжәповты иҫкә ала. — 4 июня 2026 г. в 15:01:12.041
🎖️Республика йәмәғәтселеге яугир Тимерйән Рәжәповты иҫкә ала. Бөгөн Өфөлә уның Хәтер кисәһе үтә. Сарала Тимерйән Рәжәп улының иптәштәре, туғандары, яҡташтары һәм коллегалары ҡатнаша. Тимерйән Рәжәпов 2024 йылда Оборона министрлығы менән килешеү төҙөнө һәм алғы һыҙыҡҡа юлланды. Ул Донецк халыҡ республикаһында хеҙмәт итте. Тимерйән Рәжәпов Миңлеғәли Шайморатовтың исемен мәңгеләштереүгә күп көс һалған кешеләрҙең береһе. Уның тырышлығы менән Луганск халыҡ республикаһының Петровское мәктәбенә данлыҡлы генералыбыҙҙың исеме бирелде. Легендар командир һәләк булған Штеровка ҡасабаһында һәйкәл асылды. Тимерйән Рәжәпов "Юлдаш" радиоһының яҡын дуҫы булды, даими хеҙмәттәшлек итте. Уның хәтер кисәһе “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтә. Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Баймаҡ яҡташтар ойошмаһы уҙғара.

