Өфөлә Махсус хәрби операцияла һәләк булған Эдуард Хизбуллинға арналған “Бер блокнот тар... — 29 мая 2026 г. в 15:01:00.992
Өфөлә Махсус хәрби операцияла һәләк булған Эдуард Хизбуллинға арналған “Бер блокнот тарихы” китабының исем туйы үтте. Яугир 2024 йылда һәләк була, үлгәндән һуң Батырлыҡ Ордены менән бүләкләнә. “Бер блокнот тарихы” китабының авторы — Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Лилиә Шафиҡова. Баҫма нигеҙендә — геройҙың шәхси яҙмалары, туғандарының һәм коллегаларының хәтирәләре. “Эдуард бала сағынан уҡ спорт яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынды”, – ти яугирҙең ата-әсәһе Дамир һәм Резеда Хизбуллиндар. Сара “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе барышында Милли китапханала булды.

