Башҡортостанда тәүге тапҡыр патриотик автоуҙыш — 29 мая 2026 г. в 18:20:44.479
Башҡортостанда тәүге тапҡыр патриотик автоуҙыш Ватанды һаҡлаусылар фондының Бөтә Рәсәй буйынса филиалдары асылыуына өс йыл тулыу уңайынан, Башҡортостанда "Шайморатов сиге" тип аталған патриотик автоуҙыш үтте. Автоуҙышта махсус хәрби операция ветерандары, шул иҫәптән "Ватанды һаҡлаусылар" фондынан ҡул менән идара ителгән автомобилдәр алған яугирҙар, уларҙың ғаилә ағзалары, "Төнгө бүреләр" байкерҙар клубы вәкилдәре, фонд хеҙмәткәрҙәре һәм йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәре ҡатнашты. Фото: “Ватанды һаҡлаусылар” фондынан.

