🐻🐻❄️Гөлләмәләр урынына – йомшаҡ уйынсыҡтар! — 1 июня 2026 г. в 08:05:02.618
🐻🐻❄️Гөлләмәләр урынына – йомшаҡ уйынсыҡтар! Коллегабыҙ Зөһрә Арсаева үҙенең юбилейына саҡырылған ҡунаҡтарға ғәҙәти сәскә гөлләмәләре урынына йомшаҡ уйынсыҡтар бүләк итеүҙе һорап, барыһын да ғәжәпләндергәйне. Был йылы һәм изге акцияның һөҙөмтәһе булып, йыйылған айыуҙар, ҡуяндар һәм башҡа матур тәтәйҙәр Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгенә тапшырылды. ☀️1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан, коллектив менән ҡыҙҙарға һәм малайҙарға ысын мәғәнәһендә матур байрам ойоштороп, тәмлекәстәр һәм туңдырма өләштек.

