Хәйбуллалар "Дала моңо" исемле ижади майҙанға йыйылды. — 1 июня 2026 г. в 09:09:02.166
Хәйбуллалар "Дала моңо" исемле ижади майҙанға йыйылды. Был иҫтәлекле сараны Өфөләге "Ҡанифа юлы" ирекмәндәр ойошмаһы ойошторҙо. Шишмә районының мөғжизәле Турахан кәшәнәһе ерендә ҡурай моңо , нәфис һүҙҙәр, халыҡ йырҙары яңғыраны. "Яҡташтар бергәләп йырлап-бейеп, күңел асты, үҙҙәренең дәртен күрһәтте. Байрам бигерәк тә балалар өсөн иҫтә ҡалды: уҡ атыу, тоҡ кейеп һикереү, йомортҡа менән йүгереү , күҙҙе бәйләп бүләк ҡырҡыу кеүек төрлө уйындарҙа теләп ҡатнаштылар. "Тура-хан" визит-үҙәгенә экскурсия тарихи үткән менән танышырға, уның бөйөклөгөн тойоға ярҙам итте. Ҡаҙан ашы, былау, шишмә һыуынан самауыр сәйе, милли ризыҡтарҙан әҙерләнгән һыйлы табын хәйбуллаларҙың сикһеҙ ҡунаҡсыллығын йәнә бер иҫбатланы. "Дала моңо" ижади майҙан Хәйбулла халҡының берҙәмлеген, үҙ тарихына, мәҙәниәтенә булған хөрмәтен һәм уны һаҡлап ҡалыуға ынтылышын сағылдырған рух байрамы булды", тип хәбәр итә коллегабыҙ Динара Сафина.

