Билдәле ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ғини... — 30 мая 2026 г. в 14:35:01.100
Билдәле ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ғиниәтулла Ҡунафин башҡорт халҡы өсөн мотлаҡ уҡылырға тейешле әҫәрҙәр исемлеген тәҡдим итә: ✨ «Урал батыр» эпосы ✨Салауат Юлаев шиғырҙары ✨Мифтәхетдин Аҡмулла шиғырҙары ✨Шәйехзада Бабич шиғырҙары ✨Рәми Ғарипов шиғырҙары ✨Мостай Кәрим әҫәрҙәре ✨Кирәй Мәргән «Бөркөт ҡанаты» ✨Ғәли Ибраһимов «Кинйә» романы 📖 Был китаптар һәр башҡорттоң күңелен байытыр, милли үҙаңын нығытыр һәм рухын күтәрер. Әгәр ҙә һеҙ башҡорт әҙәбиәте кәштәһен яңы китаптар менән байытырға теләһәгегеҙ, «Китап байрам» йәрминкәһенә рәхим итегеҙ. #КитапБайрам2026

