Мөнир Ҡунафин, — 30 мая 2026 г. в 15:48:38.062
Мөнир Ҡунафин, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Яҙыусылар союзы бинаһында Рәсәй Президенты кәңәшсеһе, Рәсәй яҙыусылар союзы рәйесе Владимир Мединский һәм республика Башлығы Радий Хәбиров менән башҡорт әҙиптәренең осрашыуы бик эшлекле һәм йылы мөнәсәбәттә үтте. "Һөйләшеүҙә күп мәсьәләләр күтәрелде. Икеһенә генә туҡталып киткем килә. Беренсеһе беҙҙең башлыҡтың фекере. Радий Хабиров фекеренсә, Махсус операция яугирҙәренең дә, тылдағы хеҙмәтсәндәрҙең дә батырлығын, фиҙаҡәр хеҙмәтен тарихта мәңгеләштерергә тейешбеҙ, яҙып та, һынландырып та, сәхнәләргә сығарып та, архивтарҙа нығытып та... "Бөгөн эҫе сағында, батырҙар, тарих шаһиттары иҫән сағында эшләйек . Һуңынан онотола, геройҙарҙың да ғүмере сикле... Бөтәбеҙ бер хәстәрҙә йәшәгәндә, бер тулҡында йөҙгәндә, бер ҡылда моң тыуҙырғанда ул тарих, әҫәрҙәр көслөрәк тә яңғырар", - тине республика етәксеһе. Дөрөҫ һәм аҡыллы фекер, шағир әйтмешләй, ни мәғәнә дөрөҫ һүҙ әйтеүҙән, әгәр ул һүҙең һуңлаһа. Шуға һуңларға ярамай, Заманды беҙ булдырабыҙ, үҙ дәүеребеҙҙе үҙебеҙ тарих итәбеҙ. Шулай бит? Икенсе фекер. Мединский әйтеүенсә, киләсәктә Яҙыусылар союзы ағзаларына, йәғни яҙыусыларға талап ҡаты буласаҡ: уларҙың ижадына ла, донъяуи ҡараштарына ла, союз эшендә, әҙәби тормоштағы эшмәкәрлектәренә лә. "Переаттестация"лар үтәсәкбеҙ. Һүлпән эшләгән әҙиптәрҙе союздан сығарыу ҡаралған. "Беҙгә һан мөһим түгел, сифат мәртәбәлерәк. Союз ағзаһы булыу ғорурлыҡ тойғоһо уятырға тейеш", - тине Президент кәңәшсеһе. Ҡыҫҡаһы,"иҫәпкә бар, һанға юҡ" осоро, "шыйыҡ щи бешереүселәр" мәле үтте". #КитапБайрам2026

