🍯Өфөлә Бал лабораторияһы асылды — 2 июня 2026 г. в 16:01:12.769
🍯Өфөлә Бал лабораторияһы асылды Тәбиғәт һәм кеше институтында күптән түгел бал лабораторияһы эшләй башланы. Унда фәнни тикшеренеүҙәрҙән тыш дегустаторҙар әҙерләйҙәр. Курстарға төрлө өлкәләрҙән, хатта Ҡаҙағстандан да киләләр. Дегустатор һөнәрен алғандар Рәсәй һәм халыҡ-ара бал конкурстарҙа бал сифатын баһалай. Төп эштәрендә лә бал әһәмиәтен һөйләйҙәр.... "Лабораторияға мәктәп уҡыусыларын да саҡырып, дегустация эшенә ылыҡтырабыҙ. Уларға кәмендә 10 төрлө бал ауыҙ иттереп, иң тәмлеһен асыҡлайбыҙ.Лабораторияның асылыуы башҡорт балы брендын күтәреүгә булышлыҡ итә», – ти биология фәндәре докторы, профессор, бал буйынса халыҡ-ара танылыу яулаған эксперт Айрат Ишбирҙин.

