🎖️"Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалына 3 йыл. — 2 июня 2026 г. в 13:00:37.840
🎖️"Ватанды һаҡлаусылар" фонды филиалына 3 йыл. Ошо ваҡыт эсендә фонд хеҙмәткәрҙәре күптәргә ярҙам иткән: ✅ 115 мең Махсус хәрби операция ҡатнашыусылары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәткән; ✅ 135 мең мөрәжәғәтте хәл иткән; ✅ республиканың бөтә район-ҡалаларында эшләүсе 130 социаль координаторҙың эшен ойошторған. "Фонд ветерандарға медицина реабилитацияһы, эшкә урынлашыу, юридик мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм тыныс тормошҡа яраҡлашыуҙа комплекслы ярҙам күрһәтә. Бөгөн республикала 500-ҙән ашыу ветеран адаптив спорт төрҙәре менән шөғөлләнә. 2025 йылда улар өсөн 900-гә яҡын ярыш ойошторолған", тип хәбәр итә социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.

