Өфөлә IV Халыҡ-ара «Китап-байрам» йәрминкәһе тамамланды. — 31 мая 2026 г. в 11:02:37.146
Өфөлә IV Халыҡ-ара «Китап-байрам» йәрминкәһе тамамланды. Өс көн, 80-дән ашыу нәшриәт, меңдәрсә ҡунаҡ. Йәрминкәнең мөһим мәле — «Урал-батыр ерендә йыл китабы» тип исемләнгән Халыҡ-ара китап нәшер итеүселәр конкурсы еңеүселәрен бүләкләү булды. Йәрминкәнең һәр көнө эшлекле һәм мәҙәни программа менән тематик йүнәлештә үтте: беренсе көн – халыҡтар берҙәмлегенә, икенсеһе – традицион ғаилә ҡиммәттәренә, өсөнсөһө Рәсәй тарихына, хәтергә һәм үткәндәргә хөрмәт күрһәтеүгә арналды. Наградаға «Берҙәмлектә — көс. Күп милләтле Рәсәй. Классиктар әҫәрҙәре» китабы лайыҡ булды. Был китап — илдең төрлө республикалары нәшриәттәренең хеҙмәттәшлеге емеше. Ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни берҙәмлеген символлаштыра, төрлө милләттәрҙең фольклорын һәм әҙәби мираҫын бер баҫма аҫтына йыйған. Награданы Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фанур Шәйхисламов һәм Рәсәй китап нәшер итеүселәр ассоциацияһы президенты Константин Чеченев тапшырҙы. Проект конкурстың төп нәшриәт ваҡиғаһы тип танылды — ул Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы темаһын тулы сағылдыра. Константин Чеченев һүҙҙәренсә, баҫма ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты һәм ҙур федераль майҙансыҡтарҙа Рәсәй китап мәҙәниәтен артабан үҫтереүҙең бер өлөшө була. #КитапБайрам2026

