31 май - Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө. — 31 мая 2026 г. в 13:40:08.582
31 май - Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө. Был дата һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы башланғысы менән 1998 йылдан билдәләнә. Тәмәке тартыу ғүмер оҙонлоғон уртаса 10 йылға ҡыҫҡарта. 🚭 Әгәр һеҙ тәмәкенән баш тартырға ҡарар итһәгеҙ, был ҡарарығыҙҙы үтәү өсөн бер нисә мөһим кәңәште иҫтә тотоғоҙ: 🍏Витаминдар менән байытылған туҡланыу! Күберәк йәшелсә, еләк-емеш ашағыҙ. C һәм B төркөмө витаминдарын өҫтәмә рәүештә ҡабул итегеҙ, сөнки никотин уларҙы юҡҡа сығара. Иртәнсәк бер стакан һөт эсегеҙ (кәзә һөтө бигерәк тә файҙалы), ул туҡымаларҙы һығылмалы итә һәм һаҡлай. 🚴Көндәлек күнекмәләр яһағыҙ – был организмға ағыулы матдәләрҙән тиҙерәк арынырға ярҙам итә. Саф һауала йышыраҡ булығыҙ, организмға кислород бик кәрәк. Бассейнға йөрөү мөмкинлеге булһа, уны файҙаланығыҙ! 📍Ҡапыл тәмәке тартҡығыҙ килеп китһә, сәтләүек, кәнфит йәки кипкән емеш ашағыҙ. Төрлө үләндәрҙән ҡайнатылған сәй эсегеҙ. Яратҡан шөғөлдәрегеҙ менән мәшғүл булығыҙ – улар тәмәке тураһындағы уйҙарҙан арындыра. Һеҙ мотлаҡ еңәсәкһегеҙ!

