БСТ журналистары Түбәнге Новгородтан бер юлы 3 еңеү менән ҡайтты. — 1 июня 2026 г. в 16:40:36.745
БСТ журналистары Түбәнге Новгородтан бер юлы 3 еңеү менән ҡайтты. "Новая реальность" халыҡ-ара телекинофорумында коллегаларыбыҙҙың тырыш хеҙмәте юғары баһаға лайыҡ булды. Гүзәл Ситдиҡова – "Махсус хәрби операция яугирҙары менән фиктив никахтар" тураһындағы репортажы өсөн; Гәүһәр Батталова - "Ҡайтыр" документаль фильмы, Айнур Кәбиров "Уҡыу полигоны" сюжеты менән лауреат исемен алдылар. Шулай уҡ Гүзәл Ситдиҡованың "Махсус репортажы" 80 эш араһынан кинотеатрҙа ҙур экранда күрһәтелгән иң яҡшы 20 эш иҫәбенә инде. Был ҙур ҡаҙаныш. Гүзәл Ситдиҡова "Правовая Россия" Бөтә Рәсәй конкурсында ла еңеү яулаған. Уның махсус репортаждарын юристар, судьялар, адвокаттарҙан торған абруйлы жюри юғары баһалаған. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә үткән. Унан алдараҡ та Гүзәлебеҙ Һамар ҡалаһында "Русский космос" Бөтә Рәсәй конкурсының финалына үтте. Киләсәктә лә коллегаларға ижади уңыштар теләйбеҙ! Гүзәл, һинең менән ғорурланабыҙ! Афарин!

