Рөстәм Шәрипов - Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы. — 1 июня 2026 г. в 17:30:02.392
Рөстәм Шәрипов - Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы. Ул быға тиклем Хәйбула районы башлығы булды. Бөгөндән яңы вазифала эш башлай. Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Рөстәм Шәрипов 1982 йылда Бөрйән районы Яңы Мөсәт ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалын һәм Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралыҡ академияһын тамамлаған.
41 реакций

