Сығарылыш уҡыусылары өсөн имтихандар осоро башланды. — 1 июня 2026 г. в 18:30:03.069
Сығарылыш уҡыусылары өсөн имтихандар осоро башланды. Бөгөн 11 кластар тарих, әҙәбиәт һәм химиянан һынау тотто. Сығарылыш уҡыусылары араһында иң популяр предмет профилле математика -ҡатнашыусыларҙың 62 проценты уны һайлаған. Йәмғиәтте өйрәнеү фәненә ҡыҙыҡһыныу бик юғары. Шул уҡ ваҡытта информатика, физика, биология һәм химияның популярлығы арта. Аттестатлы булыу өсөн рус теле һәм математиканан дәүләт имтиханын биреү ҙә етә. Быйыл республика мәктәптәрен 17 мең ярым 11 класс уҡыусыһы тамамлай.
12 реакций

